

4 февралдә иҫерек ҡатын урамда ҡыҙын ҡарға төшөрөп ебәрә, үҙе лә шунда уҡ йығылып йоҡлап китә. Баланы үтеп барыусылар тапҡан.
Бынан тыш, ҡатын ата-әсә бурысын тейешенсә үтәмәүҙә ғәйепләнә. Ул бәләкәй балаһы менән йорттарҙың береһендә урынлашҡан мунсала йәшәгән, әхлаҡһыҙ тормош алып барған, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан, балаға кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеүҙән баш тартҡан.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны. Енәйәт эше ҡарау өсөн судҡа ебәрелгән.
Фото: Т. Аманов