Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 13:00

Яңы тыуған сабыйҙар һаны 5 меңдән артҡан

2023 йылдың ике айында Башҡортостанда 5 743 сабый донъяға килгән.

 Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының «Сәләм» тапшырыуына сыҡҡан тура эфирҙа Өфө ҡалаһының Киров районы ЗАГС бүлеге белгесе Сәлиә Ҡужәхмәтова хәбәр итте. “ 2022 йылда беҙҙә  бөтәһе 36 497 малай һәм ҡыҙҙың  тыуыуы теркәлгән”, – тине ул.

Тағы бер  мәғлүмәт – 2023 йылдың ике айында 28 игеҙ бала тыуыуы теркәлгән. Быйыл тәүге игеҙәктәр Башҡортостандың Шишмә районында тыуған. Алина һәм Азат Ноғомановтар ғаиләһендә 2 ҡыҙ  – Йәсминә һәм Ралина донъяға килгән икән. Ошо уҡ районда ғинуар аҙағында ЗАГС хеҙмәткәрҙәре игеҙәк малайҙар тыуыуын теркәгән. Айһылыу менән Иван Борисовтар ғаиләһендә Алан һәм Демьян тыуған.

Яңы йыл төнөн иҫкә төшөрәйек. Быйыл Башҡортостанда тәүге сабый куранттар һуҡҡандан һуң 40 минут үткәс донъяға килгән. 31 декабрҙән 1 ғинуарғаса республикала бөтәһе 14 сабый, 8 малай һәм 6 ҡыҙ тыуған. Республикалағы тыуым, киң таралған һәм үҙенсәлекле исемдәр хаҡында - эфир яҙмаһында.

 
 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас