

Башҡортостандың Юғары суды ултырышты 10 мартҡа тәғәйенләгән, тип яҙа “Башинформ” агентлығы.
Фажиғәне иҫләйһегеҙҙер: 2022 йылдың 18 июле таңында Баҡалы ауылында “Ауди А5” автомобилен иҫерек килеш (тикшереү күрһәткән) йөрөтөүсе үтә шәп тиҙлектә ҡаршы юлға һәм өлөшләтә юл ситенә сығып, шунан китеп барыусы дүрт ҡыҙҙы тапаған, ҡыҙҙар авария урынында үлгән.
Суд ғәйепләнеүсене 13 йылға дөйөм тәртиптәге колонияға ебәреү, транспорт менән идара итеүгә өс йылға тыйыу, һәр зыян күреүсе яҡҡа бер миллион һум күләмендә компенсация түләү язаһын тәғәйенләгән. Әле ҡарар көсөнә инмәгән.
Енәйәт ҡылыусы М. Ғөзәйеровтың адвокаты яза үтәү урынын үҙгәртеүҙе (дөйөм колониянан колония-поселениеға) һәм компенсация күләмен кәметеүҙе һораған. Яҡлаусы фекеренсә, суд хөкөм ителеүсенең ғәйебен таныуын һәм тикшереү барышына булышлыҡ итеүен иҫәпкә алмаған, компенсация ла юғары. Ә һәләк булған ҡыҙҙарҙың туғандары әйтеүенсә, иҫерек үлтереүсегә ғүмерлек төрмә лә әҙ.
Фото: предоставлено «Честно говоря».