Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 09:30

Сейсмолог үтә ҡурҡыныс ер тетрәүҙе фаразлаған

Нидерланд белгесе Франк Хугербитс күҙалланыуынса, ошо айҙа 8,5 магнитудалы ер тетрәү ихтималы бар. Сейсмолог хәүефле төбәктәр исемлегенә Рәсәйҙе лә индергән.

Сейсмолог үтә ҡурҡыныс ер тетрәүҙе фаразлағанСейсмолог үтә ҡурҡыныс ер тетрәүҙе фаразлаған
Сейсмолог үтә ҡурҡыныс ер тетрәүҙе фаразлаған

Хугербитс үҙенең фаразын “мега-ер тетрәү” (мегаземлетрясение) тип атай. Тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен Рәсәйҙә, Грецияла, Португалияла, Төньяҡ Америкала ла тоясаҡтар.

Әлбиттә, тап мартта ер тетрәйәсәк тип 100 процент теүәллек менән әйтеп булмай. Шулай ҙа, белгес фекеренсә, планетар геометрияның критик хәл-торошта булыуы сәбәпле, бәлки, ҡайҙалыр тетрәр ҙә.

Күп ғалим Хугербитс фаразына ышанмай. Баҡһаң, был сейсмолог ғилми тикшеренеүҙәргә таянмай, имеш. Ә бит Төркиәләге ер тетрәүен алдан күҙаллаған.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас