

«Фарус» йәмғиәте синтетик юғары майлы спирт етештерәсәк. Был инвестпроектты 2021 йылда БР Башлығы үткәргән "Инвестиция сәғәте"ндә хуплағайнылар.
Радий Хәбиров менән бөгөнгө осрашыуҙа компанияның идара рәйесе Линар Фәттахов Башҡортостан Башлығын эш барышы менән таныштырҙы, булышлығы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Завод 2025 йыл аҙағына эшләйәсәк. Етештереү ҡеүәте - йылына 48 мең тонна продукция. Шулай уҡ бында Рәсәй өсөн дефицит булған триэтилалюминий ҙа сығарыласаҡ. Төҙөлөш быйыл октябрҙә башлана. Яңы предприятиеның технология кимәле буйынса донъяла аналогы юҡ.
400 кешегә эш урыны буласаҡ, әле үк кадрҙар йыйыла башлаған.
Инвестпроект федераль кимәлдә лә хуплау тапҡан. Уны РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы өҫтөнлөклөләр исемлегенә индергән.
Фото: БР Башлығы сайтынан.