Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 09:19

Рәсәйҙә түрәләр иҫ киткес күп...

Уларҙың һанын кәметеү ил иҡтисадына ҡулайыраҡ булыр ине. Билдәле олигарх Красноярск крайында үткән иҡтисад форумында шундайыраҡ фекерен еткергән.

Рәсәйҙә түрәләр иҫ киткес күп...Рәсәйҙә түрәләр иҫ киткес күп...
Рәсәйҙә түрәләр иҫ киткес күп...

“Минеңсә, уларҙы ҡыҫҡартыу ваҡыты етте. Ике-өс тапҡырға кәметеү яҡшы булыр ине. “Еңелсә стресс” һәр саҡ ярҙам итә”, – тигән Олег Дерипаска.

Уныңса, күп чиновник иҡтисад өсөн артыҡ йөк. Сөнки былай ҙа санкциялар һәм башҡа проблемалар арҡаһында Рәсәй иҡтисадына ауыр.

Тик был әфәндене кем тыңлар икән?

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас