Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 11:00

Ҡош киҙеүе тарала, пандемия башланыуын көт тә тор...

Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа һәм Үҙәк Азия бюроһындағы хәүефле патогендар төркөмө башлығы, эпидемиолог Ричард Пибоди дәүләттәр етәкселеген иҫкәртә: яңы пандемияға әҙер булығыҙ.

Ҡош киҙеүе тарала, пандемия башланыуын көт тә тор...Ҡош киҙеүе тарала, пандемия башланыуын көт тә тор...
Ҡош киҙеүе тарала, пандемия башланыуын көт тә тор...

“Ҡош киҙеүе вирусының кешенән кешегә йоғоу һәләте көсәйгән осраҡта, донъяла яңы пандемия башланыуы мөмкин”, – тигән белгес.

Яман вирусты ентекле өйрәнәләр. Сөнки ҡурҡыныс тыуа ҡалһа, вакцина эшләп өлгөрөргә кәрәк. Эпидемиолог үлгән йә сирләгән ҡош-ҡортҡа тотонмаҫҡа кәңәш бирә.

Ҡош киҙеүенең A (H5N1) вирусы бынан ике-өс йыл элек таралып, планетала миллиондарса ҡошто юҡ иткән. 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас