Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 15:26

"Федераль урман хужалығы агентлығына ярҙамдары өсөн рәхмәт"

 БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә урман хужалығы тармағында  ҡуйыласаҡ бурыстар тураһында яҙған.  

"Федераль урман хужалығы агентлығына ярҙамдары өсөн рәхмәт""Федераль урман хужалығы агентлығына ярҙамдары өсөн рәхмәт"
"Федераль урман хужалығы агентлығына ярҙамдары өсөн рәхмәт"

 

“Минең менән төшкән фотола - Иван Васильевич Советников. Минең ҡарамаҡҡа ул урман хужалығы өлкәһендәге иң яҡшы белгестәрҙең береһе ,  Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе. Уның менән беҙҙең урмандарҙы һаҡлау һәм яҡлау мәсьәләләрен тикшерҙек.

Беренсеһе – 2021 йылда ауыр янғын тәжрибәһен алғас,  беҙ алдан әҙерләнәбеҙ. Өҫтәмә техника һатып алабыҙ, яҙғыһын янғынға ҡаршы сараларҙы тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ.

Икенсеһе – яңы урман ултыртыуға алынған курс үҙ һөҙөмтәләрен бирә. 2022 йылда беҙ ҡырҡҡанға ҡарағанда 30 процентҡа күберәк ағас ултырттыҡ.

 Өсөнсөһө – урман сәнәғәте өлкәһен артабан да үҫтереүҙе һәм субсидиялауҙы дауам итәбеҙ. Федераль урман хужалығы агентлығына ярҙамдары өсөн рәхмәт”, – тигән ул.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас