Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 16:30

Буран

Тышта күҙ асҡыһыҙ буран сыҡҡан – Бөтә ҡышты бөгөн уҙҙыра! Ябалаҡлап яуған ап – ҡарҙы Асыулы ҡыш өрөп туҙҙыра Һәр ваҡытта ошо мәл еткәндә Яҙ менән ҡыш шулай талаша Ҡыш бабайҙың шул уҡ мин – минлеге Бөтә көсөн һалып алыша! Ул һыҙғыра,тулай, еңмешләнә Яҙға урын бирмәй юрамал! Аңламай ул :китер ваҡыт еткән, Әммә яҙ ҙа көслө, дыуамал! Машиналарҙы бабай аманатҡа Алған – быуып ҡайтыр юлдарын! Ингән йылҡы урман ышығына Ел туҙҙыра ҡуйы ялдарын Күпме генә ҡышың туҙынмаһын, Яуҙырмаһын яҙға ҡарғышын Вазифаһын бирмәй талашмаһын – Туҡтата алмаҫ тарих ағышын! Тәбиғәттең ҡанундары ҡаты : Уны кәрәк хөрмәт итергә! Кемдәргәлер ошо һабаҡ булһын: Мәлең еткәс кәрәк китергә! Риза бул да бөтә булғанына Тыя белеп ҡупҡан нәфсеңде Бушат урын – йәшкә сират биреп – Ҡырталашып түкмә көсөңдө!                         Сынтимер Юлыев

БуранБуран
Буран

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас