Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 06:30

Бер урында ике авария

Иглин районында, М-5 "Урал" трассаһының 1542-се саҡрымында, Яңауыл районынан 41 йәшлек ир "КрАЗ" машинаһында "Вольво" йөк машинаһына бәрелгән. Бәрелеү көсө "Вольво"ны ҡаршы килгән "Исудзу" менән "Скания"ға алып бәргән. Силәбе өлкәһенән "Исудзу" йөк машинаһының 39 йәшлек водителе йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. Бер сәғәт алдан шул уҡ участкала дүрт йөк машинаһы бәрелешеп, дүртеһе лә механик зыян күргән. 

Бер урында ике аварияБер урында ике авария
Бер урында ике авария

Уҙған тәүлектә республика юлдарында алты автомобиль аварияһы теркәлгән, ете кеше йәрәхәтләнгән. Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 27 иҫерек водителде тотҡан, урланған автомобилде эҙләп тапҡан.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас