Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 07:03

Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғо 71,8 йәшкәсә артты

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән хөкүмәт ултырышында 2022 йылда төбәктә үлем буйынса күрһәткестең 26 проценттан ашыуға кәмеүе билдәләнгән. Республикала ғүмер оҙонлоғо 3,2% артып, 71,8 йәшкәсә еткән.  

Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғо 71,8 йәшкәсә арттыБашҡортостанда ғүмер оҙонлоғо 71,8 йәшкәсә артты
Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғо 71,8 йәшкәсә артты

Үлемдең төп сәбәптәре: ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары, шештәр, тышҡы сәбәптәр, һәм шулай уҡ нервы системаһы, аш һеңдереү ағзалары һәм тын алыу ағзалары ауырыуҙары. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллиндың әйтеүенсә, был күрһәткестәрҙе кәметеү өсөн саралар күрелә: үлем сәбәптәрен асыҡлау буйынса эксперт советы ултырыштары үткәрелә, алыҫ райондар халҡы өсөн күсмә "Сәләмәтлек поездары"ның, күп профилле табип бригадаларының барыуы ойошторола, диспансеризация уҙғарыла, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән иҫәптә торған кешеләр даими күҙәтеү аҫтында ҡала һ.б.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлем осрағы 2021 йылғы осор менән сағыштырғанда 21,6 процентҡа, тын алыу ағзалары ауырыуҙарынан 2,6 тапҡырға кәмегән.

 - Артабан да үлем һанын кәметеү өсөн онкология ауырыуҙарын ваҡытында асыҡлау һәм дауалау буйынса эште көсәйтергә кәрәк. Эшкә һәләтле йәштә һәм тышҡы сәбәптәрҙән үлемде кәметеү буйынса саралар күреү мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.

Хөкүмәт Премьер-министры Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығына үлем күрһәткестәре юғары булған муниципаль райондарға айырым иғтибар бирергә ҡушты. Хакимиәт башлыҡтары менән онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм иртә асыҡлау тураһында аңлатыу эштәре алып барыу, диспансеризация үткәреү мәсьәләһен контролдә тотоу бурысы йөкмәтелде.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас