Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 07:19

Башҡортостанда иң күп социаль сертификаттар тапшырылған

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә Башҡортостан Хөкүмәте ултырышы сиктәрендә халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеү мәсьәләһе ҡаралды.

Башҡортостанда иң күп социаль сертификаттар тапшырылғанБашҡортостанда иң күп социаль сертификаттар тапшырылған
Башҡортостанда иң күп социаль сертификаттар тапшырылған

- Былтырҙан алып Башҡортостан дәүләт социаль заказдары механизмдарын һынап ҡарауҙа ҡатнашҡан пилот төбәктәре исемлегенә индерелгән. Бөгөнгә илдә ошо йүнәлеш буйынса иң күп социаль сертификаттар беҙҙә тапшырылған (36 меңдән ашыу). Ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән средстволар күләме 662 миллион һум тәшкил иткән. Бынан тыш, республика икенсе йыл оҙаҡ ваҡытлы ҡарау системаһын булдырыу буйынса пилот төбәге булып тора, ә һәр районда һәм ҡалала социаль координаторҙар хеҙмәте булдырылған, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, граждандың социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж булыуын таныу буйынса дәүләт хеҙмәте 2022 йылдан алып Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла күрһәтелә. Хәҙер һәр кем өйҙән сыҡмайынса социаль хеҙмәттәр һорап мөрәжәғәт итә ала.

Оҙаҡ ваҡытлы ҡарау системаһын булдырыуға килгәндә, әлеге ваҡытта проект Өфөлә һынау үтә. Унда 151 кеше ҡатнаша. Бындай иғтибар булмағанда был кешеләр йорт-интернатҡа эләгер ине, ә  әле улар үҙ йорттарында йәшәүен дауам итә.

Ленара Иванова социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендәге тағы ла бер яңылыҡ менән бүлеште: һәр ҡалала һәм районда социаль координаторҙар хеҙмәте булдырылған. Уларҙың төп бурысы - социаль хеҙмәттәргә мохтаж өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы асыҡлау, уларҙы алыуҙа ярҙам итеү. Былтыр 8 ай эшләү осоронда социаль координаторҙар 10 меңдән ашыу өлкән кешене һәм инвалидты урап сыҡҡан, шуның 4,5 меңе йортта социаль хеҙмәтләндереү өсөн рәсмиләштерелгән. 657 кеше стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларына урынлаштырылған.

Ултырышта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына социаль хеҙмәттәр күрһәтеү мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Был эш уҙған йылдан алып социаль хеҙмәтләндереү системаһына йөкмәтелгән.

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары араһында йәшенә йәки һаулығына ярашлы ярҙамға мохтаж ата-әсәләр, балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән әсәләр бар. Уҙған йылдың октябренән алып СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары килеменә ҡарамайынса бушлай социаль хеҙмәттәр ала. Бөгөнгә ошондай социаль хеҙмәттәр алыусыларҙың һаны 400-ҙән ашыу.

Мәсьәләне тикшереүҙәрҙе йомғаҡлап, Андрей Назаров ағымдағы йылда дәүләт социаль заказы механизмдарын һынау буйынса эште дауам итергә, шулай уҡ күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатына иғтибар бирергә ҡушты. Бынан тыш, 1 сентябргә тиклем Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығына ошо процестарҙы цифрлаштырыу буйынса эште тамамларға ҡушылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас