Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 04:41

Башҡорт ғаиләһе көнөндә лайыҡлылар тәбрикләнде

Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында һынау тотҡан Бикбулат ауылында күркәм сара үткәргән.

Башҡорт ғаиләһе көнөндә лайыҡлылар тәбрикләндеБашҡорт ғаиләһе көнөндә лайыҡлылар тәбрикләнде
Башҡорт ғаиләһе көнөндә лайыҡлылар тәбрикләнде

Был турала ауылдың "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә яҙалар:

"1 мартта билдәләнгән Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан ауыл мәҙәниәт йортонда күркәм сара үтте.
Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы үткәргән конкурста балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгән, халҡыбыҙҙың тарихын һаҡлауға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, милли кәсептәрҙе тергеҙгән, башҡаларҙы ла был эшкә йәлеп иткән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған алты ғаилә ҡатнашты.
Гөрләп уҙған матур бәйгелә еңелеүселәр булманы. Улар барыһы ла иң-иңе булды һәм үҙҙәрендәге сәм, дәрт-дарман, әү­ҙемлек менән һоҡландырҙы, дәрт­ләндерҙе, яңы эштәргә илһамландырҙы.
Байрам һуңында ҡатнашҡан һәр ғаиләгә рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр бирелде һәм бергәләп фотоға төшөү ойошторолдо.
Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған байрам ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмағанса үтте. Бикбулаттарға ул бик ныҡ оҡшаны, һәм уны киләһе йыл да үткәрергә ҡарар иттеләр".
#Ҡоролтай
#АйыҡАуыл2022 #ТрезвыйБашкортостан #БикбулатАуылы 

Айыҡ ауыл" проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.

Фото: «Трезвое село-2022» д.Бикбулатово (vk.com)

Башҡорт ғаиләһе көнөндә лайыҡлылар тәбрикләнде
Башҡорт ғаиләһе көнөндә лайыҡлылар тәбрикләнде
Башҡорт ғаиләһе көнөндә лайыҡлылар тәбрикләнде
Башҡорт ғаиләһе көнөндә лайыҡлылар тәбрикләнде
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас