Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 04:00

Балалар баҡсаһы мөдире мутлашҡан

  Өфөлә балалар баҡсаһының элекке мөдире мутлыҡта ғәйепләнә һәм суд алдына баҫа, тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһы.

Балалар баҡсаһы мөдире мутлашҡанБалалар баҡсаһы мөдире мутлашҡан
Балалар баҡсаһы мөдире мутлашҡан

Тәфтишселәр хәбәр итеүенсә, ул тәрбиәсе ярҙамсыһы вазифаһына үҙенең танышын фиктив эшкә урынлаштырған, уның эшләгән ваҡыты тураһында ялған мәғлүмәттәр индереп барған. Ғәмәлдә хеҙмәткәр эшләмәгән, ә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы етәксеһе уның өсөн дөйөм алғанда 1 миллион һумдан ашыу эш хаҡы алған һәм  уны үҙенә тотонған.

 

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен өлөшләтә таныған. Енәйәт эше Өфөнөң Совет районы судына ебәреләсәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас