Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 04:08

Бала табыу йорто яңыртылды

Сибай ҡалаһының бала табыу йортонда капиталь ремонт тамамланды. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса яңыртылған медицина учреждениеһында хәҙер барыһы ла уңайлы һәм яңы.

Бала табыу йорто яңыртылдыБала табыу йорто яңыртылды
Бала табыу йорто яңыртылды
Сибай ҡала дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов белдереүенсә, капиталь ремонт барышында ауырлы ҡатындар, хәленә-һаулығына ҡарап, йә Бөрөгә, йә Белоретҡа, йә башҡа ҡалаларға ебәрелгән.

Хәҙер бында барыһы ла заманса: бала тапҡандан һуң ята торған палаталар яңыртылған, яңы душ, санузел ҡуйылған. Әйткәндәй, Сибайҙың бала табыу йорто 1953 йылда асылған һәм ул ҡатындарға акушер-гинекологик ярҙам күрһәтеү буйынса мөһим учреждениеларҙың береһе.
Фото: Минздрав РБ.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас