

Өфө ҡалаһы полицияһы Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы материалдары буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 324-се статьяһы («рәсми документтар һәм дәүләт наградалары һатып алыу йәки һатыу») буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Яҡынса тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, былтыр февралдән сентябргә тиклем Өфөнән 55 йәшлек ир төрлө кешенән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бирелгән дәүләт наградаларын һатып алған. Уларҙы һатыусыларҙы интернеттағы иғландар аша тапҡан.
Ғәйепләнеүсе йәш саҡтан уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тарихы менән ҡыҙыҡһынған. Кеҫәһендә бер аҙ аҡсаһы булғас, тарихи раритеттар, наградалар һатып алып, коллекция туплай башлаған.
Бөтәһе 50-нән ашыу төрлө дәрәжәләге дәүләт наградаһын йыйған. Уларҙың дөйөм хаҡы – 2 миллион һум.
Комиссия һығымтаһына ярашлы, бөтә миҙал да ысын. Унда күрһәтелгән номерҙар буйынса 44 ветерандың шәхестәре асыҡланған. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Бынан тыш, ирҙең йәшәү урыны буйынса совет осорондағы законһыҙ һаҡланған хәрби һалҡын ҡорал да тартып алынған. Әле тикшереү дауам итә. Коллекционерға хәҙер ҙур күләмдә штраф янай.
Фото: УФСБ по РБ.