Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 17:30

Алданыусылар һаны кәмемәй...

Өфөнән 20 йәшлек егет интим хеҙмәттәр менән файҙаланырға ниәтләп, Интернет аша бер ҡыҙҙың номерын тапҡан. Яҙыша башлағас, фотолағы һылыуҡай уратып-суратып тормаған, үҙенең ғишыҡ-мишыҡ хеҙмәттәре өсөн алдан түләү һораған, йәғни 95 мең һум "аванс" ебәрергә ҡушҡан. Дәртләнгән егет күрһәтелгән иҫәпкә аҡса күсерә һалған. Шуның менән мәжнүн өсөн бөтә "интим" тамамланған - аферист телефонды блокка ҡуйып, юғалған. 

Алданыусылар һаны кәмемәй...Алданыусылар һаны кәмемәй...
Алданыусылар һаны кәмемәй...

Баш ҡалала йәшәгән 68 йәшлек ҡатын ялған "банк хеҙмәткәре"нең һүҙен тыңлап, иҫәбендәге аҡсаһын алып, банкомат аша "резерв" иҫәпкә күсергән. Был ғына аферистарға аҙ тойолған, улар пенсионерҙы кредит алырға ла өгөтләп күндергән. Ҡатын күргән зыян күләме 1,5 миллион һумдан ашыу.

Стәрлетамаҡтан да 56 йәшлек ҡатын 1 миллион һумға яҡын аҡсаһын мутлашыусыларға күсереп һемәйгән. Тәүҙә ул шылтыратыусыларға ышанмай, Һеҙ мине алдарға маташаһығыҙ, тип ауыҙын асҡас, ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" уға асыуланып, ышанмаһағыҙ, сайтҡа инеп, минең исем-шәрифте тикшерегеҙ, тип екергән... Ҡурҡышынан ҡатын улар әйткәнде теүәл үтәргә тотонған - иҫәбендәге 730 мең һум аҡсаны ла "хәүефһеҙ" иҫәпкә һалған, кредит та алып күсергән...

Тәүлек эсендә муттарҙан 21 кеше зыян күргән. Мутлашыусыларҙың табышы - 8 миллион һумдан ашыу.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас