+16 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 16:00
Яраларҙы ваҡыт ямай тиҙәр...
Яраларҙы ваҡыт ямай, тиҙәр… Ямай микән? Нишләп һиҙмәйем? Улым, улым! Йәштәр араһынан Мин һаман да һине эҙләйем. Имән кеүек мыҡты егеттәрҙә Һинең һыҙаттарың сағыла, Йөрәгемде шул саҡ ҡан илатып Ҡайғыларым ҡайта тағы ла. …Ҡулдарымдан үлем йолҡоп алғас, Нишләтергә белмәй ҡулдарҙы, Һине юҡһыныуға сыҙай алмай, Йәшем менән йыуҙым йылдарҙы. Буш һауытым ғына тороп ҡалды, Йөрәгем – таш, йәшем – боҙ булды, Яңы шытҡан умырзая инем – Ҡапыл ҡырау-ҡарлы көҙ булды. Күңелемдә һин һаман да тере, Ахыры, шулай ғүмер итермен, Һин йәшәйһең минең йөрәгемдә, Китһәм, бергә алып китермен. Йәнең күптән фәрештәлер инде, Ялбарамын, һуҙып ҡулдарҙы: - Туғандарың үҫте, ейәндәрем – Һаҡла бер үк, улым, уларҙы! Әйләнәм дә үткәндәргә ҡайтам – Был йөрәккә күпме көс кәрәк! …Яраларҙы ваҡыт ямай, тиҙәр. Юҡ, йәшерә бары төпкәрәк… Фирүзә Абдуллина.
Яраларҙы ваҡыт ямай тиҙәр...
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"