1 – шағир, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәким ҒИЛӘЖЕВТЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1923 – 1997).
3 – шағирә, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВАҒА – 75 йәш (1948).
4 – яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрит ИҪӘНҒОЛОВТЫҢ тыуыуына – 95 йыл (1928 – 1983).
5 – юмор оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлсөм ХӘБИБУЛЛИНАНЫҢ тыуыуына – 80 йыл (1943 – 2016).
8 – журналист, педагог, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәлимйән ҒҮМӘРОВҠА – 90 йәш (1933).
10 – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм АБУШАХМАНОВҠА – 75 йәш (1948).
– режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә СӘФӘРҒОЛОВАҒА – 60 йәш (1963).
11 – философия фәндәре кандидаты, журналист Фәрит ӘХМӘҘИЕВҠА – 55 йәш (1968).
14 – радиожурналист, РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Тәнзилә ҮЛМӘҪБАЕВАҒА – 60 йәш (1963).
16 – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Рим МӘҒЖӘНОВҠА – 80 йәш (1943).
– Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Йәлил СӨЛӘЙМӘНОВҠА – 55 йәш (1968).
17 – мәшһүр балет артисы, балетмейстер Рудольф НУРИЕВТЫҢ тыуыуына – 85 йыл (1938 – 1993).
18 – ҡурайсы, йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәсүл ҠАРАБУЛАТОВҠА – 55 йәш (1968).
19 – сәсән-шағир Шафиҡ ӘМИНЕВ-ТАМЪЯНИҘЫҢ тыуыуына 165 йыл (1858 – 1936).
20 - дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе Зәйнулла ИШАНДЫҢ тыуыуына – 190 йыл (1833 – 1917).
– баянсы, башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит ФӘТИХОВҠА – 65 йәш (1958).
– танылған геолог-химик, профессор Миңләхмәт МОТАЛОВТЫҢ тыуыуына – 95 йыл (1928 – 2012).
20 – яҙыусы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Cабир ШӘРИПОВТЫҢ тыуыуына – 75 йыл (1948 – 2018).
27 – яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты Мәрйәм БУРАҠАЕВАҒА – 80 йәш (1943).