Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 10:06

Командирҙарса һәләк булған

Шамиғоловтарҙың оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Инсаф Таһир улы Шамиғолов Шайморатов исемендәге башҡорт батальонында отделение командиры булып хеҙмәт итә. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә үҙ төркөмө егеттәрен һаҡлап ҡалыр өсөн ғүмерен аямай.

“Шайморатов исемендәге башҡорт батальонына мин дә ҡушылам!  6 айға ғына! Бәлки иртәрәк тә ҡайтырбыҙ әле”, – тип яҡындарын ышандырып киткән була ул.

 Утлы яуҙан мәрхүмдең кәүҙәһен алып сыҡҡан хеҙмәттәштәренә Инсафтың туғандары рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Билдәле булыуынса, Инсафтың 9 айлыҡ ҡына улы ҡалған. Яу ҡырында батырҙарса һәләк булған егеттең туғандарына, яҡындарына Хоҙай түҙемлек насип итһен!

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас