

- Зыян булмаһын өсөн тәбиғи кәһүә генә эсегеҙ. Тиҙ ирей торғанына яҡын да бармағыҙ.
- Саманы юғалтмағыҙ. Генетик ҡабул итмәү, хроник арыу синдромы булыусыларға был эсемлектән баш тартыу яҡшыраҡ. Хроник арығанлыҡтан интегеүселәр көнөнә 5-6 сынаяҡ кәһүә эсергә мөмкин. Шул рәүешле улар организмдарын стимуллаштырабыҙ тип уйлай. Ысынбарлыҡта иһә киреһенсә, зыян ғына яһайҙар.
- Ҡәһүәнең һейҙек ҡыуа торған үҙенсәлеген онотмағыҙ. Ул организмда кальций һәм магнийҙың "юғалыуына" килтерә. Әгәр ҙә уны яратаһығыҙ икән, күп итеп һыу эсергә тырышығыҙ һәм организмды минералдарға байытырға онотмағыҙ.
- Ас ҡарынға кәһүә эсергә кәңәш ителмәй. Бигерәк тә был ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙарынан интегеүселәргә ҡағыла. Унда тоҙло кислота барлыҡҡа килеүҙе стимуллаштыра. Был иһә елһенеү процесстарын көсәйтергә мөмкин.
- Әгәр ҙә йоҡо менән проблемағыҙ бар икән, кәһүәне көндөң беренсе яртыһында эсергә кәңәш ителә һәм көнөнә күп тигәндә ике сынаяҡ етә.