Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 14:48

Хыялдар тормошҡа аша!

БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов "Ижади теләктәр шыршыһы" проектында ҡатнашыусы Аделия Ғиниәтова менән бергә сәхнәгә сыҡты. Депутат 16 йәшлек ҡыҙ менән бергә йыр башҡарҙы.

Хыялдар тормошҡа аша!Хыялдар тормошҡа аша!
Хыялдар тормошҡа аша!

Аделия - Туймазы районынан. Ул сабый саҡтан уҡ балалар церебраль параличына дусар. Әммә ҡыҙыҡай бик һәләтле булып үҫкән: йырлай, күп уҡый, музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Ата-әсәһе уның тулы тормош менән йәшәүенә булышлыҡ итә.

Ирек Зарипов әйтеүенсә, уға балалар теләген ысынға ашырыуы оҡшай һәм был юлы ул йырларға булған. Тәүҙә - Аделия менән тауыш яҙҙырыу студияһында, артабан "Башҡортостан" дәүләт концерт залының сәхнәһендә йырлаған.

Ҡыҙ билдәле шәхес менән бергә йырлауҙан тыш, йәнһүрәттә лә тауыш яҙҙырырға теләгән. Уның был теләген "Муха" анимация студияһы үтәгән.  "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтендә бер персонаж Аделия тауышы менән һөйләшә.

Фото: gsrb.ru

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас