Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 06:40

“Хушбый еҫкәгән дә үлгән!” – ошондай "голосовой" хәбәрҙәргә ышанмағыҙ!

Һуңғы көндәрҙә “ватсап”та йәнәһе таксист ир, борсолған ҡатын әйткән тауышлы хәбәрҙәрҙе бер-береһенә ебәреү йышайҙы. Унда урамда, сауҙа үҙәгендә хушбый йәки уның пробнигын еҫкәтәләр һәм кеше шунда уҡ үлә, тип әйтелә. Ҡулланыусылар борсолоп бындай хәбәрҙәрҙе бер-береһенә ебәрә һәм паниканы арттыра.   

“Хушбый еҫкәгән дә үлгән!” – ошондай "голосовой" хәбәрҙәргә ышанмағыҙ!“Хушбый еҫкәгән дә үлгән!” – ошондай "голосовой" хәбәрҙәргә ышанмағыҙ!
“Хушбый еҫкәгән дә үлгән!” – ошондай "голосовой" хәбәрҙәргә ышанмағыҙ!

 

Борсолмағыҙ – хоҡуҡ һаҡлаусылар бындай үлем осраҡтарын тулыһынса инҡар итә. “Роспотребнадзор”ҙан да хәбәр юҡ, киң мәғлүмәт сараларында ла ишетелмәй. Ә “ватсап” хәбәрҙәренә ышанмағыҙ. Белгестәр фекеренсә, уны халыҡты ҡурҡытыу һәм йәмғиәттәге хәл-торошто ҡуҙғытыу маҡсатында Рәсәйгә дуҫ түгел илдәрҙән ебәрәләр. Был улар алып барған гибридлы мәғлүмәт һуғышы алымының береһе, тиҙәр.  

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас