Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 14:23

Грант өсөн конкурс дауам итә

Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары фондының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса икенсе конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. 

Грант өсөн конкурс дауам итәГрант өсөн конкурс дауам итә
Грант өсөн конкурс дауам итә

Унда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (НКО) ҡатнаша ала. Йыл һайын фонд ҡыҙыҡлы социаль проекттар өсөн 8 - 10 млрд һум аҡса йүнәлтә.

Заявкалар 15 мартҡа тиклем электрон формала ҡабул ителә: президентскиегранты.рф. Еңеүселәр июндә асыҡлана, финанслау 1 июлдән башлана.

Белешмә өсөн өҫтәмә телефон (347) 218-12-52, тип хәбәр итәләр Өфө мэрияһынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас