Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 08:03

"Доставалов исемендәге ирекле батальон", - ти ҙә яҙалар. Ә кем һуң ул Доставалов?

Был һорауҙы беҙгә йыш бирәләр. Быға бөгөн БР Башлығы Радий Хәбиров үҙенең соцселтәр сәхифәһе посында аңлатма бирҙе.

"Доставалов исемендәге ирекле батальон", - ти ҙә яҙалар. Ә кем һуң ул Доставалов?"Доставалов исемендәге ирекле батальон", - ти ҙә яҙалар. Ә кем һуң ул Доставалов?
"Доставалов исемендәге ирекле батальон", - ти ҙә яҙалар. Ә кем һуң ул Доставалов?

"Бөгөн, 1 мартта, мин 23 йыл элек Чечняның Аргун тарлауығында тиңһеҙ алышҡа ҡушылған Псков десантсыларының батырлығы тураһында хәтерегеҙгә төшөрәм. Хәрби бәрелештә һәләк булыусылар араһында беҙҙекеләр - Өфөнән гвардия майоры Александр Васильевич Доставалов һәм Бәләбәй районында тыуып үҫкән гвардия кесе сержанты Роман Сергеевич та бар.

Күрһәткән батырлығы өсөн Александр Доставаловҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы званиеһы бирелгән. Роман Афанасьев иһә Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булған.

Бәләбәй районындағы "Глуховский" санаторийы ауылында Роман Афанасьевтың исеме мәктәпкә бирелгән, унда хәтер таҡтаһы ла урынлаштырылған. Кесе сержанттың хәтере Псков ҡалаһында ла һаҡлана - бында һәйкәле бар.

Гвардия майоры Александр Доставаловтың исеме Рәсәй оборона министры бойороғона ярашлы, Хәрби-десант ғәскәрҙәренең 76-сы гвардия дивизияһының 104-се ПДП-һының 5-се ротаһы исемлегенә мәңгелеккә индерелгән, Өфөләге Еңеү паркындағы һәйкәлдә лә бар. Бынан тыш, Доставалов исемен Ишембайҙағы кадет корпусы ла йөрөтә.

Бөгөн Александр Доставалов исеме айырыуса яңғырай - уны өс башҡорт батальонының береһе йөрөтә. Подразделение махсус хәрби операция бурыстарын лайыҡлы үтәй.

Беҙҙең яҡташтар һәр ваҡыт Ватанды лайыҡлы һаҡланы.

Геройҙарыбыҙға мәңгелек хәтер! Уларҙың яу эшен дауам итеүселәргә - дан!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас