Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 14:33

Депутаттар РФ Закондар сығарыусылар Советы Президиумы ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Рәсәй Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Закондар сығарыусылар Советы Президиумы ултырышына онлайн-бәйләнеш аша ҡушылды.

Депутаттар РФ Закондар сығарыусылар Советы Президиумы ултырышында ҡатнаштыДепутаттар РФ Закондар сығарыусылар Советы Президиумы ултырышында ҡатнашты
Депутаттар РФ Закондар сығарыусылар Советы Президиумы ултырышында ҡатнашты

Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, президиум ағзалары һәм ултырышҡа саҡырылыусылар квалификациялы кадрҙар әҙерләү һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының хеҙмәт баҙарын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе, шулай уҡ йәйге сәләмәтләндереү кампанияһына әҙерләнеү барышы темаһы күтәрелде.

Сара видео-конференц форматында үтте.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Дәүләт Думаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, башҡарма власть органдары, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары адресына тәҡдимдәр ҡабул ителде.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас