Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 14:38

Башҡортостан депутаттары Рәсәй Дәүләт Думаһына мөһим закон проекты индерҙе

Балалар һәм үҫмерҙәр араһында «чайлдфри» идеологияһын таратыуҙы тыйыу тәҡдим ителә. Беләһегеҙ, ул төшөнсә һәм күренеш Көнбайышта таралған.

Башҡортостан депутаттары Рәсәй Дәүләт Думаһына мөһим закон проекты индерҙеБашҡортостан депутаттары Рәсәй Дәүләт Думаһына мөһим закон проекты индерҙе
Башҡортостан депутаттары Рәсәй Дәүләт Думаһына мөһим закон проекты индерҙе

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Балаларҙы уларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтереүсе мәғлүмәттән һаҡлау тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон сығарыу башланғысын Дәүләт Думаһына индерҙе. Атап әйткәндә, был башланғысҡа ярашлы, балалар һәм үҫмерҙәр араһында «чайлдфри» идеологияһын таратыуҙы тыйыу тәҡдим ителә.

Парламент Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, закон проектына ярашлы, был закон проектының икенсе редакцияһы. Беренсе редакция концептуаль йәһәттән бар яҡ тарафынан да хуплау тапҡайны.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас