Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 06:30

Бөгөн — Бөтә донъя иммунитет көнө

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин  бына нимәләр яҙа:

Бөгөн — Бөтә донъя иммунитет көнөБөгөн — Бөтә донъя иммунитет көнө
Бөгөн — Бөтә донъя иммунитет көнө

Яҙҙың тәүге көнөндә   Бөтә донъя иммунитет көнө билдәләнә.  Был көндә табиптар һаулыҡты нисек һаҡларға кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.

Бөтә донъя сәләмәтлек ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, кешеләрҙең 10 процентының ғына төрлө ауырыуҙан һаҡлаусы  иммунитеты бар. Тағы 10 проценты тыумыштан иммунитетҡа ҡытлыҡ кисерә: улар бик йыш ауырый.  Ҡалған 80 процентының иммун системаһы йәшәү рәүешенә һәм шарттарына бәйле. 

Был һуңғы өс йылда, бөтә донъя COVID-19 менән осрашҡандан  һуң тағы ла нығыраҡ әһәмиәткә эйә булды.  Әммә коронавирус инфекцияһы беҙҙең сәләмәтлек өсөн берҙән-бер ҡурҡыныс түгел,  вирустар йоҡламай һәм яңынан-яңы хәүеф уятып, даими рәүештә үҙгәреп тора.    Уларға ҡаршы тороу өсөн көслө иммунитетҡа эйә булыу мөһим.  Ул беҙҙең йәшәү рәүешенән, дөрөҫ туҡланыуҙан һәм насар ғәҙәттәрҙең булмауынан тора.

Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлткем килә: үҙегеҙҙе яҡшы тойоу һәм эске органдарҙың дөрөҫ эшләүе өсөн даими рәүештә тәбиғи иммунитетты нығытырға, ваҡытында вакциналанырға кәрәк.  Мин был хаҡта ғаиләмде иҫкәртеп кенә торам.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас