

Өфөлә билдәле шәхес, сәнғәт эшмәкәре, педагог һәм режиссер Азат Нәҙерғолов вафат булды.
Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов 1962 йылда Йылайыр районынң Юлдыбай ауылында тыуа. Өфө дәүләт сәнғәт институтын, ГИТИС‑ты тамамлаған. Төрлө йылдарҙы Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Милли йәштәр театрында актер, режиссер, художество етәксеһе булып эшләй, Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем бирә.
Хушлашыу урыны һәм ваҡыты әлегә билдәһеҙ.
Ғаиләһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.