

Юрматылар боронғо яҙҙы ҡаршылау йолаһын тергеҙә. Атай-олатайҙар оҙон ҡышты имен-һау сыҡҡас, ҡыш буйы һаҡлаған һуғым малының башын бешереп, бер-береһен ашҡа саҡырышыр булған.
Именлек, берҙәмлек һәм яҙ байрамы бөгөн Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылы халҡын берләштерҙе. Борондан ҡалған йоланы тотоп, аллағыуаттар "Баш ашы" байрамына йыйылды. Бәрәкәтле мул табынға Өфөнән ҡәҙерле ҡунаҡтар – дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Сәлиә Мырҙабаева, Республика ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе, "Киске Өфө" баҫмаһы мөхәррире Гөлфиә Янбаева, режиссер Наилә Сәфәрғолова саҡырылды.
- Стәрлебаш районында еңеп, "Айыҡ ауыл-2023" республика конкурсына сыҡҡан Түбәнге Аллағыуат бөгөн гөрләп тора. Ауыл клубында район кимәлендәге "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе үтә. Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондары батырҙары милли көрәш буйынса район-ара турнирҙа иң көслө һәм таһылдарҙы асыҡлай,– тип хәбәр итә сарала ҡатнашыусы яҡташтары, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. – Һәм ауылдаштарымдың теләктәре бойомға ашһын, мал-тыуар ишәйһен, ауылдан ҡот китмәһен, илдә именлек, берҙәмлек булһын! – тип теләй.
Йолаларҙы һанлаған, спортҡа ла, рухи ҡиммәттәргә лә әһәмиәт биргән аллағыуаттарға "Айыҡ ауыл" конкурсында уңыштар теләйбеҙ.