Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 06:53

Андрей Назаров Константин Толкачевты ҡотланы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевҡа 70 йәше тулыу уңайынан ҡотлау һүҙҙәре юлланы.

Андрей Назаров Константин Толкачевты ҡотланыАндрей Назаров Константин Толкачевты ҡотланы
Андрей Назаров Константин Толкачевты ҡотланы

Назаров социаль селтәрҙә яҙыуынса, ул парламент етәксеһен ихлас күңелдән ҡотлай.

"Константин Борисович республика парламентын сирек быуаттан ашыу етәкләй. Ә был - бигүк еңел булмаған йылдар. Федераль үҙәк менән төбәк бәйләнешен көйләргә, башҡарма һәм ҡанундар сығарыу власының берлектәге эшен төҙөргә, Башҡортостанды үҫтереү өсөн ҡануни база булдырырға кәрәк ине. Быларҙың күбеһенә Толкачевтың һөнәрилеге, алдан күрә белеүсәнлеге, тәжрибәһенә күрә ирешелде.

Башҡортостан Хөкүмәте менән парламент тығыҙ даими бәйләнештә эшләй. Сөнки маҡсатыбыҙ бер - республиканың уңышлы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү.

Һәм мин Константин Борисовичты хеҙмәт һөйөүсән, үҙ позицияһына тоғро ҡалыусан, һәр ваҡыт илгә, республикаға файҙа килтерергә ынтылыусан кеше булараҡ беләм", - тип яҙған БР Премьер-министры.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас