Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 04:00

Ағиҙел буйында - сауҙа майҙандары

Салауат ҡалаһында халыҡ яратҡан урын тағы ла матурланасаҡ. Ағиҙел яры буйында тиҙҙән күркәм ағас йорттар ҡалҡып сығасаҡ.

Ағиҙел буйында - сауҙа майҙандарыАғиҙел буйында - сауҙа майҙандары
Ағиҙел буйында - сауҙа майҙандары

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, ҡаланың бизнес-шерифы Урал Мәғизев менән “УК Группа Капитал” йәмғиәте етәксеһе Рөстәм Юлтимеров осрашты. Улар Ағиҙел яры буйында сауҙа майҙандары булдырыу тураһында һөйләште. Ағас йорттар төҙөләсәк. Ул матур ҙа, сауҙа өсөн уңайлы ла, һәр миҙгелдә лә эшләйәсәк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас