Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраля 2023, 07:35

Һөйләшеп йөрөмәгеҙ...

Баҡһаң, атлағанда һөйләшеү зыянлы, имеш.

Һөйләшеп йөрөмәгеҙ...Һөйләшеп йөрөмәгеҙ...
Һөйләшеп йөрөмәгеҙ...

Европа илдәренең бер төркөм физионеврологы тикшеренеүҙәр үткәргән дә, шундай һығымтаға килгән икән.

Әгәр кеше йөрөгәндә һөйләшмәһә, ул тигеҙ тын ала. Ә һөйләшһә, атлауға ҡарап һулыш алмай башлай, шәп һөйләшһә, тын алыу тәртибе  бөтөнләй боҙола. Был дөрөҫ түгел, ти ғалимдар. Сөнки йөрөгәндә дөрөҫ тын алмаһаң, умыртҡалыҡҡа көс төшә. Шунан умыртҡала бәләкәй генә ярыҡтар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Улар күбәйһә, етди сиргә әйләнә. Шуға ла һулышты тигеҙ һәм дөрөҫ итеп алырға, йөрөгәндә һөйләшмәҫкә кәрәк. Айырыуса тиҙ-тиҙ атлап барғанда һөйләшмәү хәйерле. Бына шулай!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас