

Иҡтисадтың башҡа өлкәләрендәге кеүек, был тармаҡта ла санкциялар үҫешкә этәргес булды. Беҙҙең агросәнәғәт комплексы ремонт предприятиелары сәнәғәттеке менән кооперация төҙөнө. Әле импорт техника өсөн 3 меңдән ашыу дана запас өлөштәр сығарыуға өлгәштеләр, техдокументацияһы өсөн махсус КБ ла төҙөлгән. Был эшкә Силәбе, Свердлов өлкәләре, Беларусь Республикаһы сәнәғәтселәре лә ҡушылған.
Быйыл яҙғыһын баҫыуҙарға тупраҡ эшкәртеүгә 11 мең трактор, сәсеүгә 5 меңдән ашыу машина сығыуын планға индергәнбеҙ. Һуңғы йылдарҙа АПК паркына модернизация яһауға күпте эшләнек. Быйыл былтырғыға ҡарағанда техниканы 300 данаға күберәк сығарасаҡбыҙ. Был яҡшы уңыштың нигеҙе булып тора.
Барыһына ла уңыштар!