Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраля 2023, 14:30

Мутлашыусыларҙан 19 кеше зыян күргән

Учалынан 51 йәшлек иргә Дмитрий исемле "брокер" шылтыратып, килемде арттырыу буйынса шәп программалар тәҡдим иткән. Татлы һүҙҙәргә ышанған ир 300 мең һум аҡсаһын мутлашыусы әйткән иҫәпкә һалған. Уның башҡа аҡсаһы юҡлығын аңлағас, "брокер" шылтыратыуҙан туҡтаған, офоҡтан юғалған. Ирҙең аҡсаһы менән бергә.

Мутлашыусыларҙан 19 кеше зыян күргәнМутлашыусыларҙан 19 кеше зыян күргән
Мутлашыусыларҙан 19 кеше зыян күргән

Өфөнән 56 йәшлек ҡатын ялған "банк хеҙмәткәренең" тоҙағына ҡапҡан. Иҫәптәге аҡсағыҙға хәүеф янай, тигәнгә ышанып, ҡатын 350 мең һум аҡсаһын банктан барып алған, шунан аферист өйрәткән "хәүефһеҙ" иҫәпкә һалған. Уңышлы атҡарылған операциянан һуң мутлашыусынан хат та юҡ, хәбәр ҙә юҡ.

Тәүлек эсендә мутлашыусылар 19 кешенең өс миллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаһын урларға эшкингән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас