Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2023, 13:45

Мәләүез районында үлемесле авария...

Көндөҙ сәғәт ун икенселә Өфө-Ырымбур автоюлының 217-се саҡрымында, Ира ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта, ҡара-ҡаршы килгән "Лада Приора" менән "Фольксваген Тигуан" машиналары бәрелешкән.

Мәләүез районында үлемесле авария...
Мәләүез районында үлемесле авария...

"Лада Приора"ның водителе (1963 йылғы ир) менән уның пассажиры (1988 йылғы ир) ауыр йәрәхәттәрҙән урында йән биргән. "Фольксваген Тигуан" водителе Мәләүез дауаханаһына оҙатылған.

Фажиғә буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр минисрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Мәләүез районында үлемесле авария...
Мәләүез районында үлемесле авария...
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас