Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраля 2023, 13:00

Кредит алғанда нисек алданмаҫҡа?

 Был кәңәштәр һеҙгә кәрәгер.

Кредит алғанда нисек алданмаҫҡа?Кредит алғанда нисек алданмаҫҡа?
Кредит алғанда нисек алданмаҫҡа?

 

  1. Кредитты Үҙәк банк реестрына ингән ойошмаларҙан ғына алығыҙ.
  2. Аҡса алыр алдынан, бурысты ҡайтара алыу тураһында ентекләп уҡығыҙ.
  3. Кредитты түләп бара алмайһығыҙ икән, уны ҡаплау өсөн бер ҡасан да икенсе кредит алмағыҙ. Иң яҡшыһы: түләй алмауығыҙ тураһында банк хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итеү. Кредит түләүҙе һөйләшеп, кисектереп тороп та була.
  4. Үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ. Документтарығыҙҙың төп нөсхәләрен , күсермәләрен бары ышаныслы банктарға ғына тапшырығыҙ.
  5. Банк кредит бирергә тип ҡарар иткән икән, клиент килешеүе документтарын бер нисә көнгә өйөгөҙгә алып ҡайтып, ентекләп өйрәнегеҙ. Юристарға күрһәтегеҙ. Килешеү, кредит шарттарын ентекләп ҡарағыҙ.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас