Башҡортостанда 42 йыл стажы булған 60 йәштән өлкән ир-егеттәр һәм 37 йыл стажға эйә 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар пенсияға ваҡытынан алда сыға ала.
Бынан тыш, күп балалы әсәләр ҙә, 15 йылдан кәм булмаған хеҙмәт стажы булһа, хаҡлы ялға алдараҡ китә ала. Атап әйткәндә:
- 3 бала тәрбиәләһә - 57;
- 4 бала булһа - 56;
- 5 бала тәрбиәләһә - 50 йәштә пенсия юллай ала.
Ваҡытынан алда пенсия алыу хоҡуғы йәшкә, пенсия коэффициенттарына, һөнәргә һәм тағы 30-ҙан ашыу категорияға бәйле. Шул уҡ ваҡытта кешенең тейешле пенсия стажы туплауы һәм ошо ташлама менән файҙалана алырлыҡ йәшкә етеүе мөһим.
Бының өсөн түбәндә күрһәтелгән ысул ярҙамында Социаль фондҡа ғариза яҙырға кәрәк:
- Социаль фонд сайтындағы шәхси кабинетта;
- Дәүләт хеҙмәттәре порталында;
- Күп функциялы үҙәктә.
Кәрәкле һәм файҙалы мәғлүмәт – эфир яҙмаһында. Ҡарағыҙ!