Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраля 2023, 12:30

Көслөнөкө замана?

Иглин районы полицияһы АЗС-тағы низағтың сәбәптәрен тикшерә.

Көслөнөкө замана?Көслөнөкө замана?
Көслөнөкө замана?

РФ ЭЭМ Иглин районы буйынса бүлегенә заправкалау станцияһында оператор булып эшләгән 59 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Яңыраҡ станцияла клиенттарҙың береһе уға йоҙроҡ менән ташланған, йәнәһе лә, насар хеҙмәтләндергәне өсөн. Шулай уҡ операторҙың исеменә теркәлгән травматик пистолетты талап алған. Зыян күргән ир шунда уҡ полицияға бармай, һөжүм итеүсе аңына килеп, пистолетты кире ҡайтарыр, тип өмөтләнгән...

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары "ГАЗель" водителен эҙләп табып, уны бүлеккә килтергәндәр. Грибовка ауылынан алдан хөкөм ителгән 40 йәшлек ир үҙ ғәйебен таныған. Мин һаҡландым, тип аҡлана. Ҡоралды урлағаны өсөн уға ҡарата енәйәт эше асылған.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас