Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраля 2023, 04:05

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн, 28 февралдә, бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Көньяҡ райондарҙа көслө ҡар яуасаҡ. Айырым райондарҙа буран, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -1...-6 градус.

 

1 мартта бер аҙ ҡар, юлдарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5...-10 градус, көндөҙ -2...-7 градус.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас