Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраля 2023, 07:47

Башҡортостанда уҡыусылар өсөн финанс ғилеме һәм эшҡыуарлыҡ буйынса III Бөтә Рәсәй чемпионаты старт алды

БР Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, 27 февралдән 4 мартҡа тиклем БР Мәғарифты үҫтереү институтының финанс белем буйынса Өфө республика методик үҙәге уҡыусылар өсөн финанс ғилеме һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатын үткәрә.

Башҡортостанда уҡыусылар өсөн финанс ғилеме һәм эшҡыуарлыҡ буйынса III Бөтә Рәсәй чемпионаты старт алдыБашҡортостанда уҡыусылар өсөн финанс ғилеме һәм эшҡыуарлыҡ буйынса III Бөтә Рәсәй чемпионаты старт алды
Башҡортостанда уҡыусылар өсөн финанс ғилеме һәм эшҡыуарлыҡ буйынса III Бөтә Рәсәй чемпионаты старт алды

Чемпионатта уҡыусылар командалары коммуникатив һәм финанс "алыштар" тип аталған ике төр ярышта көсөн һынаясаҡ.

- Республиканың бөтә мәктәптәрендә лә финанс грамоталылыҡ информатика, математика, география, йәмғиәтте өйрәнеү, тирә-яҡты өйрәнеү кеүек фәндәрҙең программаһына индерелгән, - тип һөйләй БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. - Практиканан күренеүенсә, балаларға бәләкәйҙән финанстар менән дөрөҫ һәм хәүефһеҙ эш итеү, банк картаһы менән ҡулланыу мөһим. Өлкән йәштәге уҡыусылар ҡыҙыҡһыныу менән финанс системаһының нисек ҡоролоуын, тарихи процестарҙы әүҙем тикшерә, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен үҙләштерә һәм финанс мутлыҡтарҙы танырға өйрәнә.

Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/20270/

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас