Ғаризалар 1 мартта ҡабул ителә башлай. Конкурс бюджетының дөйөм күләме 163 млн һум. Шул сумманан бер проект 3 млн һумға дәғүә итә ала.
Конкурста Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән һәм эшмәкәрлеген алып барған коммерция булмаған ойошмалар ҡатнаша ала. Уларҙың дәүләт теркәүе үткән көндән бер йылдан күберәк юридик шәхес булып тороуы шарт.
Коммерция булмаған ойошмалар Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә түбәндәге йүнәлештәрҙең береһе буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырырға тейеш:
Конкурста ҡатнашыу өсөн хөкүмәт ойошмаһы булмаған ойошма конкурстың рәсми сайтында ғариза тултыра. Ғаризалар 30 мартҡа тиклем ҡабул ителә.