Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраля 2023, 18:03

Балтас районында йорт янған

Бөгөн кис Яңы Балтас ауылында сыҡҡан янғында 1965 йылғы ирҙең тәне бешеп, ул Балтас үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлегенә оҙатылған.

Балтас районында йорт янғанБалтас районында йорт янған
Балтас районында йорт янған

Утты һүндергәндәр.

Фажиғә сәбәбе асыҡлана. Әлеге мәлдә урында тәүтикшереүсе эшләй.

Уҙған тәүлектә республикала 16 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 13-ө торлаҡ секторында булған.

Шул иҫәптән, Иглин районында - йорт, Шишмә, Дыуан, Өфө, Мәләүез райондарында, Белоретта - мунсалар, Өфө, Хәйбулла райондарында, Өфөлә - автомобилдәр, Туймазыла - хужалыҡ ҡаралтыһы, Стәрлетамаҡ районында, Өфөлә - йорт мөлкәте, Бәләбәйҙә счетчик янған.

Фото: МЧС РБ.

Балтас районында йорт янған
Балтас районында йорт янған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас