

Алоэ һуты – үҫемлектең үҫеше өсөн ҡулланылған иң таралған тәбиғи стимуляторҙарҙың береһе. Һуттағы матдәләр метаболизмды һәм туҡымалағы бөтә алмашыу процестарын «ҡыуа». Һөҙөмтәлә , үҫентеләрҙең тамыры һәм һабағы әүҙем үҫә, бик күп сәскә бөрөләре формалаша, иммунитеттары нығына.
Алоэнан төнәтмә әҙерләп, үрсетмәләргә һибәләр. Оҙағыраҡ үҫкән үҫемлектән 3 – 4 япраҡ киҫегеҙ. Төбөнә яҡыныраҡ булған япраҡты һайлағыҙ, уларҙа файҙалы матдәләр концентрацияһы юғарыраҡ. Япраҡты турап, өҫтөнә 1 литр һыу ҡойоғоҙ. Аҙна буйы ҡараңғы, йылы урында тороғоҙ. Ошо төнәтмәне 5 литр һыу менән шыйығайтып, үрсетмәләргә һибеп сығығыҙ.