Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраля 2023, 13:30

Александр Матросов иҫтәлеге

Александр Матросов иҫтәлеге   Һәйкәл... Күҙең текәп яҡты киләсәккә Пьедесталда баҫып тораһың. Ләкин рухың менән тере килеш Беҙҙең сафта алға бараһың. Ватан– әсәң булды. Сыныҡтың һин Комсомолдың көслө сафында. Үҙең теләп киттең ил һаҡларға Яуыз дошман килгән сағында. Һин күрһәттең, Саша, комсомолдың Тоғролоғон совет халҡына. Йәлләмәнең, герой, ғүмереңде Бәхет, Ирек, Еңеү хаҡына! Аңлайым мин һинең күңелеңде, Һәм беләм мин һинең уйҙарың; Күкрәк менән ҡаплап, теләнең һин Туҡтатырға дошман яуҙарын. Һин теләнең башҡаларға ғүмер, Үҙең үлеп, мендәр ҡалыуын, Һәм уларҙың ошо һуғыш аша Тыныс тормош яулап алыуын. Һин үлһәң дә, Саша, иҫтәлегең Саф һаҡлана һәр бер күңелдә. Рухың йәшәй беҙгә үрнәк булып Бөйөк ҡаһарманлыҡ илемдә.                            БАСИР МӘҺӘҘИЕВ.                            “Ленинсе”, 22 февраль,                           1953 йыл.    

Александр Матросов иҫтәлегеАлександр Матросов иҫтәлеге
Александр Матросов иҫтәлеге

Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институты студенты Басир Мәһәҙиев сая башҡорт егете Александр Матросовтың ҡаһарман аҙымына ғорурланып, 1953 йыл «Ленинсе» гәзитенә ошо шиғырҙы яҙып ебәрә һәм ул баҫылып сыға.

Быйыл фиҙакәр хеҙмәте менән дан алған Башҡортостандың атҡаҙанған геологы Басир Мәһәҙиевтың тыуыуына – 90 йыл, Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың ҡаһарманлығына – 80 йыл, шиғырҙың «Ленинсе»лә баҫылыуына – 70 йыл.

Сәүиә МӘҺӘҘИЕВА.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас