Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраля 2023, 05:30

Альбина - Герой-әсә!

Рәсәй Президенты Владимир Путин ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә күрһәткән ҙур ҡаҙаныштары өсөн Балтас районында йәшәүсе Альбина Хәйҙәршинаға «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исем бирҙе.

Альбина - Герой-әсә!Альбина - Герой-әсә!
Альбина - Герой-әсә!

Тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

 Альбина Хәйҙәршина - 13 бала әсәһе! Ул үҙе берҙән-бер бала булған һәм ҙур ғаилә ҡорорға хыялланған. Хәйҙәршиндар ғаиләһенең өлкән балалары инде үҙаллы йәшәй. Өлкән ҡыҙы Элитаға 27 йәш тулды, ғаиләһе менән ул Бөрөлә төпләнде. Улы Артур - аграр вузды тамамлаған, атаһы менән бергә Өфөлә төҙөлөш ойошмаһында эшләй. Әлмир ӨДНТУ дипломын алған, армияла хеҙмәт итә. Ә Айгиз Хәйҙәршинды мәктәптән алып яҡшы йырсы булараҡ беләләр, Өфө сәнғәт училищеһы студенты педагогтарҙы ижади еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Ул һәм уның ҡустыһы Айназ гер спортында ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән.

Айназ автотранспорт техникумында уҡый. Хәйҙәршиндар ғаиләһе өсөн юғары наградаларҙы беренсе тапҡыр ғына алманы: 2014 йылда ғаилә «Ата-әсәлек даны» орденына лайыҡ булды.

   Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин 2022 йылдың 15 авгусында «Герой-әсә» исемен ҡайтарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был награда  1944 йылда булдырылған, һуңғы тапҡыр ул 1991 йылдың 14 ноябрендә тапшырылған. Маҡтаулы  исемде Рәсәй Федерацияһы гражданы булған 10 һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар ала. Исем менән бергә бүләкләнгән әсәләргә 1-әр миллион һум түләнергә тейеш. Исем алыу өсөн шулай уҡ ғаиләнең имен булыуы һәм уның ағзаларының береһенең дә хөкөмгә тарттырылмауы мөһим.

 Бөгөн Башҡортостанда 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән 60 ғаилә йәшәй.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас