-18 °С
Болотло
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2025)
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2023, 21:00
28 февраль — Тегенселәр көнө
Күҙ нурыма таң нурҙарын ҡушып, Йырлай-йырлай күлдәк тегәмен. Йәш ҡыҙҙарға, кәләш, килендәргә – Һәр кемгә бар әйтер теләгем. Ҡурсаҡ кеүек ҡупшы булһын ҡыҙҙар, Тик ҡурсаҡтай тәтәй булмаһын. Килендәргә теккән күлдәгемдең Итәгендә бәпәй уйнаһын. Аҡҡош һымаҡ булһын йәш кәләштәр – Туй күлдәген тегәм сафлыҡтан. Аҡ ептәрҙән, мөхәббәттән генә Ғүмер юлын теҙәм шатлыҡтан. Ҡатындарға тоғролоҡто ҡушам, Әсәләргә – бөйөк сабырлыҡ. Инәйҙәргә ҡушам шундай аҡыл: Һәр кемгә лә кәңәш табырлыҡ. Мин теләйем ҡыҙҙар ғына түгел, Егеттәр ҙә матур булһын тип. Минең теккән күлдәктәрҙе кейгәс, Ил һаҡларлыҡ батыр булһын тип. Саялыҡты, ҡыйыулыҡты ҡушам, Беләктәре көслө булһын тип. Наҙ өҫтәйем: һөйгән йөрәктәре Ҡайнар хискә ташып тулһын тип. Ал, ҡыҙыл һәм зәңгәр күлдәктәрҙең Йыуғанда ла төҫө уңмаһын. Кейеме күп булһын кешеләрҙең, Күңелдәре ҡат-ҡат булмаһын. Күҙ нурыма таң нурҙарын ҡушып, Ғүмер буйы күлдәк тегәмен. Аҡ ептәрҙән аҡ юл ғына һыҙам, Ҡабул булһын тиеп теләгем. Зөһрә Ҡотлогилдина.
28 февраль — Тегенселәр көнө
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"