Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраля 2023, 11:45

14 аттың башына еткән ҡараҡтар тотолған

2022 йылдың 10 декабрендә Нуриман районы биләмәһендәге хужалыҡтан 14 атты урлайҙар. Оператив-тәфтиш саралары барышында аттарҙы күрше Иглин районында табалар. Үкенескә, ҡараҡтар аттарҙың башына атып, уларҙы үлтерергә өлгөргән була. Хужалыҡҡа килтергән зыян күләме - өс миллион һум тирәһе.

14 аттың башына еткән ҡараҡтар тотолған14 аттың башына еткән ҡараҡтар тотолған
14 аттың башына еткән ҡараҡтар тотолған

Ат ҡараҡтарының икеһе Силәбе өлкәһенән, өс кеше - Иглин районынан. Аттарҙы иткә һатырға йыйынған булғандар. Ике ҡараҡ һаҡ аҫтында ултыра, ҡалғандары ситкә китмәү тураһында ҡултамға ҡуйған.

Уларҙың ошоға оҡшаш башҡа енәйәттәргә ҡағылышы бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә.

Ҡараҡтарҙан зыян күргән компанияның директоры ЭЭМ бүлек начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Алексей Ивановҡа, оперҙар - полиция майоры Таһир Сөләймәновҡа, полиция лейтенанты Салауат Хөснөтдиновҡа рәхмәт белдереп, БР Эске эштәр министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Сәйфуллинға хат ебәргән.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас