Иглин районында ла бөгөн төндә йорт янып, 1970 йылғы ҡатын төтөнгә ағыуланған. Уны дауаханаға оҙатҡандар.
Янғындар буйынса тикшереүҙәр бара.
Уҙған тәүлектә республикала 20 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 17-һе шәхси торлаҡ секторында булған.
Шул иҫәптән, Өфө ҡалаһында өс бүлмәле фатирҙың тышҡы ишегенә ут тоҡанған, Әбйәлил, Дүртөйлө, Белорет райондарында, Нефтекамала, Дәүләкәндә - мунсалар, Ишембай районында - һарай, Ейәнсура, Бөрө райондарында - мунсаларҙың түбәһе, Миәкә районында, Белоретта - мунсаларҙың стенаһы, Балтас, Кушнаренко райондарында - мунсаларҙың ҡыйығы, Ҡариҙел, Ишембай райондарында - еңел автомобилдәр, Мәләүез районында - хужалыҡ ҡаралтыһы, Өфөлә, Салауатта - йорт мөлкәте янған.
Фото: МЧС РБ.