+31 °С
Ясно


Майонез яһау өсөн 250 мл еҫһеҙ көнбағыш майы,1 йомортҡа, 1 аш ҡалағы гәрсис, 1 аш ҡалағы соя соусы, яртышар балғалаҡ тоҙ һәм шәкәр, 1 аш ҡалағы лимон һуты (һут күп булһын өсөн лимонды 5 минут ҡайнар һыуҙа тотоғоҙ) кәрәк. Барыһын да бергә блендер менән туҡып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Тәмләтер өсөн ҡоро һарымһаҡ онтағы ҡушырға ла мөмкин.
Фото: kleo.ru